: атайым һуғыш хаҡында

:

Атайым һуғыш хаҡында һөйләргә яратманы. Киноларҙы ла ҡарамай ине, ҡайһы берҙә ҡараһа ла, һуғышты дөрөҫ күрһәтмәйҙәр, тиер ине. Элек бит гел бер яҡлы яҡтыртылды һуғыш та, еңеү ҙә – гел генә беҙҙекеләр уңышлы, һалдаттар күтәренке кәйефтә. Бөгөн килеп еңеү көнөн билдәләр алдынан инвалид һалдаттарҙан ҡалаларҙы таҙартҡандар тигәнерәк ҡурҡыныс мәғлүмәтте лә ишеткәнебеҙ бар.

Атайым да әрмелә үк кавалерияла хеҙмәт иткән. Һуғыш башланғас, 1941 йылдың 24 июнендә фронтҡа китә. Бер нисә тапҡыр яралана, контузия ала, госпиталдәрҙә лә дауалана. 1946 йылдың яҙында ғына күкрәк тултырып орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Унан һуң колхозды тергеҙеүгә бар көсөн бирә, ғаиләбеҙ ҙә ишле булды.

Бер мәл һабантуйҙа ҡабырғаһын һындырҙы һәм мине, 10 йәшлек малайҙы, үҙе менән көтөү көтөргә алып йөрөнө. Шул мәлдә һуғыштағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы һөйләне миңә. Бер шулай атлы дивизия дошман ҡамауынан сыҡҡан саҡта атайымдың атының аяғына мина ярсығы тейә. Сатанлаған аттың саба алмаҫын аңлай. Ҡараһа, ҡаршыһына ат елә икән, атайым шуны тотоп менә. Был фашист аты булып сыға, уға беркетеп ҡуйырған сумкала бик мөһим документтар була.

Документтарҙы штабҡа алып бара, портмонеһын трофей итеп алып ҡайта, ул һандыҡ төбөндә ятты. Тағы бер ваҡиға иҫтә ҡалған. 5 һалдатты, улар иҫәбендә атайым да була, командир менән бергә разведкаға ебәрәләр. Ҡамауға эләгәләр һәм алдарына ҡуйылған бурысты үтәй алмайҙар, командир менән 2 һалдат һәләк була. Атайымдар яралы көйө үҙ дивизияһына ҡайта. Әммә НКВД уларға ҡаршы эш аса – ҡурҡып, үҙебеҙҙекеләрҙе һәләк иткәнһегеҙ, тигән яла тағыла.

Атырға тигән ҡарар ҙа була, барыһын да теҙеп, уны ҡысҡырып уҡып торғанда: “Туҡтағыҙ, атмағыҙ!” тигән тауыш ишетелә. Баҡтиһәң, үлгән тип иҫәпләгән һалдаттарҙың береһе тере ҡала. Ул эштең нисек булғанын һөйләп бирә һәм атайымдарҙы аҡлайҙар. “Бер минутҡа ғына һуңыраҡ килһә лә, беҙ иҫән булмаҫ инек”, – тип һөйләгәйне атайым.

&to=art&id=4069

Leave a Reply

Your email address will not be published. Required fields are marked *